Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 21:04

Йәш белгестәргә - аҡса


Республикала агросәнәғәт ширҡәттәрен йәш белгестәр менән тәьмин итеү буйынса етди саралар күрелә.

Ауыл ултыраҡтары сиктәрендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләгән йәки эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә айлыҡ түләүҙәр билдәләнде.

Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға өс йыл дауамында 7 мең, урта һөнәри учреждениеларҙы тамамлаусыларға 4 мең һум түләнәсәк. Указ нигеҙендә шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған пособиелар күләме лә билдәләнде.

Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн ул 100 мең һум, урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 60 мең һум. Пособиелар йыл һайын юғары белемле 100, урта һөнәри белемле 150 йәш белгескә түләнәсәк.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG