Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 07:23

“Их, кәләше лә, кәләше” йәнә сәхнәдә


Тамашасыларҙың күп һанлы һорауҙары буйынса Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры “Их, кәләше лә, кәләше” спектаклен ҡайтанан ҡуясаҡ.

Комедия 4 һәм 15 июнгә тәғәйенләнгән. Хәкимйән Зариповтың был әҫәре 1992 йылдан ҡуйыла. Репертураҙың яңырыуына бәйле, һуңғы йылдарҙа ул төшөп ҡалғайны. Хәҙер уны ҡайтанан күрһәтәсәктәр.

“Их, кәләше лә, кәләше” музыкаль комедияһын билдәле артист, инде мәрхүм булған Шамил Рәхмәтуллин сәхнәләштергән. Ролдәрҙе театрҙың танылған, оло быуын артистары башҡара.

Һәр ваҡыт аншлаг менән үткән спектакль сәхнәлә 500 тапҡыр ҡуйыла. Рәсәйҙең атҡаҙанған, башҡортостанлың халыҡ артисы, төп ролде башҡарыусы Рәүис Заһитов әйтеүенсә, актерҙар составы үҙгәрмәгән, спектакль режиссер Шамил Рәхмәтуллин ҡуйылышында һаҡланған.

XS
SM
MD
LG