Accessibility links

Кайнар хәбәр

Декларация кампанияһы тамамлана - килемдәр барлана


Башҡортостан президенты Рәсәй башлығының миҫалына эйәрҙе. Мортаза Рәхимов үҙенең 2008 йылдағы табыштары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бирҙе.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, башҡортостан етәксеһе былтыр 4 миллон 260 мең һум аҡса эшләгән, уның хәләл ефете Луиза ханым 51 мең 100 һум алған. Рәхимовтар ғаиләһе 136 квадрат метр булған фатирҙа йәшәй, 20 квадрат метр ҙурлыҡтағы ер аҫты гараждары бар. Мортаза Рәхимовтың да, Луиза ханымдың да шәхси машиналары юҡ.

Рәсәй мәнфәғәтен яҡлаусылар исемлегендә Башҡортостан президентының рейтингы юғарыраҡ күтәрелгән. Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы апрель айына ҡарата исемлекте иғлан итте. Мартта Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 20-се урында торһа, хәҙер ул 17-сегә күтәрелгән.
XS
SM
MD
LG