Accessibility links

Кайнар хәбәр

Урман йәнлектәренән кешеләр яфалана


Дыуан районында кешеләргә айыу һөжүм иткән. Ярославка ауылынан аталы- уллы ике кеше урманға ағастарға солоҡ ҡуйырға бара.

Кесе солоҡсо ағастан төшөүенә ҡаршыһына балалы айыу килеп сыға. Көтөлмәгән осрашыу ваҡытында ҡырағай йәнлек умартасыға һикерә. Айыу егетте ергә йығып, уны тырнай, йәрәхәтләй. Урмансы ла юғалып ҡалмай, уның ҡысҡырған тауышынан өрккән урман хужаһы ҡыуаҡлыҡтарға ҡаса.

Егет кешене атаһы тиҙ арала дауаханаға алып бара. Әле умартасы Дыуан район клиникаһының хирургия бүлегендә. Уның сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янамай. Табиптар, шәфҡәт туташтары әйтеүенсә, айыу тырнағынан ҡотолған егет хәбәрселәр менән осрашыуҙан баш тарта.

Ә Салауат районында малдарға бүреләр һөжүме йышайған. Май айында ғына йыртҡыстар Арҡауыл, Таймый ауылдары биләмәләренә ҡараған хужалыҡтарҙа 13 баш малды тамаҡлай. Яҡынса фараздарға ҡарағанда, малды бер бүре ҡырған. Районда уны аулау буйынса операция башланған. Сараға күрше төбәк һунарсылары ла йәлеп ителгән, тик һаман ата алмайҙар.
XS
SM
MD
LG