Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 13:44

Ассамблеяға әҙерлек


Башҡортостан халыҡтарының сираттағы Ассамблеяһында киләсәккә эш маҡсаттарын аныҡлау мөмкинлеге буласаҡ.

Был конгресс милли – мәҙәни ойошмаларҙы камиллаштырыу, халыҡтар мәҙәниәтен үҫтереүгә лә этәргес бирергә тейеш. Ошо турала Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев белдерҙе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Ассамблея йәштәрҙе лә берләштерергә тейеш. Башҡортостан халыҡтарының икенсе Ассамблеяһы йомғаҡтары буйынса айырым программа ла ҡабул ителәсәк. Был документта ассамблея барышында ҡаралған төп мәсьәләләр йомғаҡтары яҙыласаҡ

XS
SM
MD
LG