Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 17:16

Салауат ҡалаһында чиновниктар араһында таҙартыу дауам итә


Күптән түгел ҡала башлығын алмаштырғайнылар. Хәҙер прокуратураның Тәфтиш органы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары өҫтөндә эшләй.

Ул ҙур миҡдарҙа ришәүәт алыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт эше милли батыр исемен йөрөткән ҡала чиновнигына ҡарата байрамға ике көн ҡалғас асылған.

Тәфтишселәр әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь реформалар барышында ҡатнашырға теләгән шәхси ширҡәт етәксеһенә ошо проектта ҡатнашыу хоҡуғы өсөн бирнә һораған. Уның бизнесмендан 1 миллион һум алыуы раҫланған, башҡа осраҡтарҙа әлегә соҡоналар.

Тентеү осоронда фатирында 16 миллон һум табылыуы ла билдәле булған. Халыҡ менән кем етәкселек итә лә, ҡайҙан йәштәргә фатир тигән һорау ғына асыҡ ҡала.

XS
SM
MD
LG