Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 12:52

Өфө халҡы байрам итә


Бөгөн Өфө халҡы көрсөккә ҡарамай байрам итә. Эшлеһе лә, эшһеҙе лә кәйеф-сафа ҡора.

12 июнде Өфөнөң 435 йыллығын байрам итеүгә ҡаршы сығыусылар бар әлбиттә. Тик улар көрсөктө түгел, башҡа дәлилдәрҙе килтерә. Академик Нияз Мәжитов Өфө 1574 йылда түгел, ә бер мең ярым йыл элек барлыҡҡа килгән тигән фараз биргәйне. Тик уны хуплаусылар артыҡ күп булманы.

Шулай ҙа Нияз Мәжитов тапҡан ҡомартҡылар уның һүҙҙәрен раҫлай. Кем белә, бәлки алдағы йылдарҙа Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаһы Өфөнөң бер мең ярымлыҡ юбилейын да билдәләрбеҙ. Кем әйтмешләй, аҡса ғына булһын.

Бөгөн ҡала шураһы алдындағы майҙанда йәштәр өсөн концерт ойошторғандар. Кисен бында салют та була. Ә Салауат Юлаев һәйкәле торған майҙанда Салауат йыйыны фольклор байрамы үтте.

Салауат йыйыны 5-се тапҡыр үтә. Башҡортостан президентының ошо турала фарманы ла бар. Быға тиклем ул төрлө райондарҙа ойошторолһа, быйыл Өфө ҡәлғәһе йыллығына бәйле ситкә ебәрелмәне.

XS
SM
MD
LG