Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 01:17

Башҡортостан - Германия дуҫлығына арналған түңәрәк өҫтәл


Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының халыҡара саралары сиктәрендә һәм Башҡортостан – Германия дуҫлығының 40 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Унда граждандар йәмғиәте үҫешендә йәмәғәт ойошмаһы роле тикшерелде. Ултырышта Германияның Баден-Вюртемберг еренең “Көнбайыш-көнсығыш” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Республикала 4 мең 5 йөҙгә яҡын йәмәғәт ойошмаһы бар. Улар тарих, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф, иҡтисад, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм башҡа бик күп тармаҡта сит илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Түңәрәк өҫтәлдә билдәләнеүенсә, Башҡортостан – Германия дуҫлығы сиктәрендә лә Баден-Вюртемберг ере менән республиканың йәмәғәт ойошмалары араһында ныҡлы хеҙмәттәшлек ойошторолған.

Йыл да тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Башҡортостан вәкилдәре Германияға бара. Республика иһә Баден-Вюртемберг еренән ҡунаҡтар ҡабул итә. Бынан ары ла делегациялар менән алмашыу ҡарала, ти Башҡортостан президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт кәңәшсеһе Сергей Лаврентьев.

“Көнбайыш-көнсығыш” Герман ойошмаһы рәйесе Ганс-Эренфрид Мате әйтеүенсә, киләсәктә Салауат һәм Штутгарт ҡалаларының уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу ойоштороласаҡ. Башҡаланың сәнғәт училищеһы ла Германияның ошондай уҡ уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Түңәрәк өҫтәлдә билдәләнеүенсә, граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн бындай хеҙмәттәшлекте башҡа сит илдәр менән дә яйға һалыу мөһим. Бының өсөн йәмәғәт ойошмаларының көс һәм мөмкинлектәрен файҙаланыу күпкә отошло тиелде, түңәрәк өҫтәлдә.

XS
SM
MD
LG