Accessibility links

Кайнар хәбәр

Владислав Сурков Өфөгә киләсәк


Рәсәй президенты хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Владислав Сурков Өфөгә килергә йыйына. Сәфәр ваҡыты йомаға тәғәйенләнгән.

Владислав Сурков “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһендә буласаҡ, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, архиепископ Никон, раввин Дан Кричевский менән осрашасаҡ.

Кремль кешеһе республикаға хәлдәр торошо менән генә танышырға килә тип белдерәләр президент хакимиәтенән. Уның сәфәре Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимовтың ҡырҡыу әңгәмәһенә бәйле түгел.
XS
SM
MD
LG