Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 12:58

Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәте көндәренә йомғаҡ яһалды


Хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев әйтеүенсә, бындай мәҙәни саралар эҙһеҙ үтмәй, үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.

Истанбул университетында Рәсәй составында башҡорт автономияһын иғлан итеүҙең 90 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл ултырышы үткән. Уның эшендә республиканың рәсми делегацияһы һәм Истанбул юғары уҡыу йорттары ғалимдары ҡатнашҡан.

Башҡортостан делегацияһы ислам тарихы, мәҙәниәте һәм сәнғәте үҙәге генераль директоры Хәлит Эрен менән дә осрашҡан. Мәхмәт Акиф Эрсой паркында татар-башҡорт милли байрамы Һабантуй төрөктәргә хуш килгән. Һабантуй Төркиәлә Башҡортостан мәҙәниәте көндәренең иң сағыу биҙәгенә әйләнгән.

Төркиәнең төрлө төбәктәренән килгән ватандаштарыбыҙ менән беррәттән унда төркиә дәүләт хакимиәте органдары вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил дипломаттары ла ҡатнашҡан.

Йыр, бейеүһеҙ һәм спорт ярыштарынан тыш Һабантуй үтмәй. Башҡортостандың билдәле сәнғәт оҫталары, ижад коллективтары ҡунаҡтар алдында Республика мәҙәниәтен бар төрлөлөгөндә күрһәткән. Был иһә Төркиә һәм Рәсәйҙең Төркиәләге вәкиллеге вәкилдәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәренең дүртенсе көнөндә төрки мәҙәниәттәр үҙәгендә - Топкапы паркындағы музей комплексында башҡорт халҡының тарихы һәм этнографияһы йортон асылған.

XS
SM
MD
LG