Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 03:08

“Урал батыр” Бәләбәйҙә


Бәләбәйҙә йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” республика конкурсы тамамланды. 11-се тапҡыр ойошторолған был сарала, быйыл 369 ҡыҙ һәм малай ҡатнашты.

Бәйгесәләр республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарынан килгәйне. “Урал батыр” бәйгеһе Бәләбәй ерендә беренсе тапҡыр ойошторола.

ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы комитеты вәкиле Ғәйнислам Ибраһимов әйтеүенсә, башҡорт халҡының милли йолаларын, ауыҙ тел ижадын һаҡлаған төбәктә үткән сара һәр кемдең хәтерендә мәңге ҡалһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнгән. Йәш сәсәндәрҙе артистар тип атарға мөмкин.

Улар эпосты бар йөрәктән тасуири һөйләп кенә ҡалманы, образдарҙы асыу өсөн эпостың ҡайһы бер мәлдәрен сәхнәләштереп тә күрһәтте. Йәмил Намаҙбаевҡа тиңдәр табылманы. Йәш сәсәнде тамашасы аяҡ үрә баҫып алҡышланы. Йәш талантҡа президент грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

Ә бына Зөлфирә Таһирова Дыуан районына Гран при алып ҡайтып китте. Зөлфирә бәйгелә бар йәһәттән өлгөрөп еткән сәсәниә икәнен күрһәтте. Дүрт көн дауам иткән конкурста иһә ижади мөхит хакимлыҡ итте. Малай һәм ҡыҙҙарҙы тыуған телгә һөйөү, дуҫлыҡ хистәре берләштерҙе. “Аҡсарлаҡ” пионер лагерында уҙғарған көндәр, усаҡ янында йырланған йырҙар улар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

XS
SM
MD
LG