Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 17:39

Петербурта Башҡорт һабантуйы үтте


Петербурта үткән милли һабантуйҙың 40 йыллыҡ тарихы бар. Бынан бернисә йыл элек ул рәсми рәүештә ҡаланың дөйөм мәҙәни саралар исемлегенә индерелә.

Байрамға йыл һайын Петербур ҡалаһы губернаторы Валентина Матвиенко килә. Был юлы ул этнографик күргәҙмәне ҡараны, халыҡ кәсептәре менән танышты, милли рызыҡтарҙан ауыҙ итте.

Һабантуйҙы ойоштороусолар әйтеүенсә, милли байрамға тамаша ҡылырға килеүселәр йылдан йыл арта. Башҡортостан мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев әйтеүенсә, бының менән файҙаланып ҡалырға кәрәк - Башҡортостанды танытыу өсөн.

“Йыр-моң, бейеү, халыҡ йолаларын Стәрлетамаҡ һәм Сибай филармонияһы аристары, Стәрлетамаҡтағы Дәрүиш студенттар бейеү ансамбле, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актерҙары һәм башҡа билдәле сәхнә йондоҙҙары тәҡдим итте. Концерт бер юлы ике сәхнәлә барҙы. Ә башҡорттарҙың хеҙмәт йолалары менән Петербур халҡын Бүздәк районы вәкилдәре таныштырҙы. Милли ризыҡтар, башҡорт балы һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты”, ти ул.

Петербурта әле 3 мең самаһы башҡорт йәшәй. Башҡортттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә ошондай һабантуйҙар артабан да дауам итәсәк.

XS
SM
MD
LG