Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 01:21

Уҡырға инеү мөмкинлеге югары


Һәр өсөнсө абитуриенттың республика юғары уҡыу йорттарына бюджет иҫәбенә уҡырға инеү мөмкинлеге бар.

Быйыл урындағы вуздарҙа ҡаҙна урындары һаны арттырылған, дәүләт һәм дәүләт ҡарамағында булмаған институт, университеттар 11 мең түләүһеҙ урындар тәҡдим итә. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, көндөҙгө бүлеккә 8 меңдән ашыу кеше уҡырға инә ала, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 577-гә күберәк.

Шул уҡ ваҡытта берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмаусылар ҙа бар - 585 уҡыусыға 11 класс программаһын тыңланы тигән белешмә бирелгән. Улар рус теле һәм математика буйынса ыңғай балл йыя алмаған. 50 уҡыусының эше 100 балға баһаланған.

XS
SM
MD
LG