Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 09:47

Башҡортостанда һөжүмдәр йышайҙы


Өфөда көпә-көндөҙ балалар тауарҙары кибете һатыусыһын үлтереп киткәндәр.

Уға 12 тапҡыр бысаҡ ҡаҙағандар. Мәрхүмәне магазинға киилеүселәр таба. Енәйәтселәр тотолмаған.

Иң ғәжәпләндергәне шунда - был кибет Эске эштәр министрлығы эргәһендә, бернисә метр ғына алыҫлыҡта. Был тирәлә һәр метр һайын тиерлек видеокүҙәтеҙ ҡоролмалары ла бар. Әммә 25 йәшлек һатыусы ҡыҙҙы үлтереүселәрҙе бер кем дә күрмәгән.

Ошо ваҡиғаның иртәгәһенә Нефтекама ҡалаһында ла ошоға оҡшаш хәл булған. Элек хөкөм ителгән, әлеге мәлдә асарбаҡлыҡ рәүешендә көн күргән кеше дарыуханала фармацевт ҡыҙҙы үлтерә. Ул бысаҡ менән 12 тапҡыр сәнсә.

Ҡулға алғанда асарбаҡтан 14 мең һум аҡса, һәләк булған ҡыҙҙың алтын биҙәнгестәре, дарыуҙар, аҙғынлығын ҡәнәғәтләндереү өсөн кәрәк-яраҡтар һәм теш щеткаһы табыла. Енәйәтсе аптекаға һөжүм итеп кенә ҡалмай, эҙен юйыу өсөн ут та төртә. Ике осраҡта ла һәләк булған ҡыҙҙарға 25-әр йәш.

XS
SM
MD
LG