Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 11:21

Башҡортостанда Вьетнам мәҙәниәте көндәре бара


Өфөлә ҡала мәҙәниәт һарайында Вьетнам диаспораһы вәкилдәре концерт күрһәтте.

Унда Вьетнамдан мәҙәниәт министры урынбаҫары, Вьетнамдың Рәсәйҙәге илсеһе һәм Екатеринбургтағы генераль консулы ҡатнаша. Өфөлә ҡала мәҙәниәт һарайында Вьетнам диаспораһы вәкилдәре концерт күрһәтте. Концерт башланыуға ярты сәғәт самаһы ҡалғас ҡиммәтле ҡиммәтле машиналарҙа затлы-затлы кейемдәрҙә Вьетнам диаспораһы вәкилдәре йыйыла башланы.

Үҙенсәлекле шоуға башҡорт, татарҙар шаһит булды. Бынан 20 йыл элек кенә Башҡортостанда төпләнә башлауҙарына ҡарамаҫтан, улар барлыҡ республика халҡын кейендерә. Уларҙың күбеһе Башҡортостан ватандашы. Әммә үҙ телен, мәҙәниәтен онотмай.

Ширҡәттәр асып уңышлы эшләй. Ҡала мәҙәниәт һарайына килгән һәр Вьетнам кешеһе ҙур тулҡынланыу кисергәндер был көндө. Улар тыуған илдәренең таныш моңдарын ишетергә ашҡынды. Ватандарынан килгән сәнғәт оҫталары тәүге минуттарҙан алҡыштарға күмелә.
Вьетнам республикаһы сәнғәт оҫталары Башҡортостан артистары менән дә уртаҡ тел табып өлгөргән. Вьетнамдар һәм башҡорттар халыҡ көйҙәрен ҡурайҙа ишеттерһә, Гөлсөм Бикбулатова Вьетнам телендә йырлап күрһәтте.

Башҡортостан менән Вьетнам араһында мәҙәни бәйләнештәр генә түгел, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр ҙә эҙмә-эҙлекле үҫешә. Былтыр тауар әйләнеше 8 миллион долларға еткән.

XS
SM
MD
LG