Accessibility links

Кайнар хәбәр

Алман ватандашы Өфөнән һын урлаған


Уны ҡасандыр һуғыштан алып ҡайтҡандар тигән фараздар бар.

Башҡортостанда контрабандала ғәйепләнеп Алман ватандашы ҡулға алынған. Ул фарфорҙан эшләнгән үҙенсәлекле һынды сит илгә рөхсәтһеҙ сығарыуҙа ғәйепләнә.

Таможня хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, тартып алынған экспонат - мәҙәни ҡомартҡы. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, статуэтка 20-се быуат башында эшләнгән һәм ул республикаға Берлиндан килтерелгән.

Һынды Башҡортостанға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир алып ҡайтыуы ихтимал, тигән фараздар ҙа бар. Рухи мираҫты алып китергә маташыусы Өфө аэропортында тотолған.
XS
SM
MD
LG