Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 01:29

Педофил 8 йыл менән ҡотолдо


Ҡыйғы районында быйыл ҡыш, Яңы йыл мәлендә 10 йәшлек ҡыҙ Баланы мәсхәрәләгән 36 йәшлек кеше тотолоуын инде хәбәр иткәйнек.

Силәбенең Һатҡы ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән аҙғын кеше, үҙе ике бала атаһы булған әҙәм таныштарының 10 йәшлек балаһын урманға алып барып туҡмау менән янап мыҫҡыл итә.

Баланың һөйләгәненә гел генә иҫерек булған тыуҙырыусылары, был осраҡта ата-әсә тип әйтергә тел бармай, иғтибар итмәйҙәр. Мәктәп ҡыҫылғас ҡына аҙғын кеше ҡулға алына. Иң аңлашылмағаны шунда- бала өҫтөнән көлөүсегә ни бары 8 йыл биргәндәр. Ҡыйғы районы прокуратураһы ошоға бәйле мәхкәмәгә дәғүә белдерә.

Шулай ҙа Башҡортостанда Әсә исемен лайыҡлы йөрөтөүселәр күберәк барыбер. Мәҫәлән, республикала 4 мең ярым ғаиләгә Әсәлек даны миҙалы тапшырылған. Уларҙың барыһы булмаһа ла, күпселеге балаларына лайыҡлы тәрбиә бирә. Хәҙер тәрбиәгә алыу ҙа модаға китте. Балалары 9-10 булғандарға Газель микроавтобустары ла бирелә.

XS
SM
MD
LG