Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 23:55

Николай Курапов Салауат Юлаевты яҡлармы


Николай Кураповтың президент аппараты башлығы итеп тәғәйенләнеүен спорт клубтары оптимизм менән ҡаршылай.

Мәғлүм булыуынса, Башкирэнерго башлығы Башҡортостандың ике төп клубы-хоккей буйынса Салауат Юлаев һәм волейбол Урал командаларының президенты булып то тара.

Республиканың яғыулыҡ-энергетика ширҡәтен Мәскәүҙең Системаһы алғас, уларҙың хоккейға битараф булыуҙары тураһында мәғлүмәттәр сыҡты. Волейбол артыҡ сығымдар талап итмәй, 40-50 миллион да етә, хоккей ҡиммәткә төшә.

Хәҙер Николай Курапов республикала президент һәм парламент рәйесенән һуң абруй буйынса 3-сө кешегә тиң булғас, хоккейҙы яҡлар тип өмөтләнә спорт белгестәре. Салауат Юлаевтың яңы тренерҙарының береһе ИгорьЗахаркин да үҙәк сығанаҡтарға әңгәмәһендә ошоға ышаныуын белдерә.

XS
SM
MD
LG