Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә асарбаҡтарҙы иҫәпкә алдылдар


Подвалдарҙа һәм ҡыйыҡтарҙа көн күреүселәрҙең аныҡ һанын бер кем дә белмәй. Операция барышында 400 самаһы асарбаҡтың шәхесе аныҡланды.

Енәйәт ҡылыуҙың байтаҡ өлөшө тап йортһоҙҙарға тура килә. Милиция улар тарафынан ҡылынған 255 енәйәтте асыҡланы. 300-ҙән ашыу асарбаҡ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

БОМЖ операцияһы йылына бер-нисә тапҡыр уҙғарыла. Өфөлә асарбаҡтар өсөн махсус үҙәк тә бар. Ул Черниковкала урынлашҡан. Унда бомждарҙы бер ай самаһы аҫырайҙар.
XS
SM
MD
LG