Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика президенты хакимиәтендә үҙгәрештәр


Республика президенты Башҡортостан президенты хакимиәте тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Был документҡа ярашлы, Башҡортостан президенты хакимиәтенең эшмәкәрлеген камиллаштырыу өсөн уның структураһына яңы вазифалар - Башҡортостан президенты ҡарамағындағы Дәүләт кәңәшсеһе, Башҡортостан президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифалары индерелде.

Бынан тыш, үҙ аллы структур бүлексәләр – эксперт-аналитика идаралығы, Дәүләт граждандар хеҙмәте һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте идаралығы, коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге барлыҡҡа килә. Был үҙгәрештәр тәү сиратта ҡарарҙар әҙерләү сифатын яҡшыртыу, дәүләт граждандар хеҙмәтенең идара итеү өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәт положениеларын камиллаштырыу ниәтендә индерелә.

Ошо уҡ указ менән Башҡортостан президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт кәңәшсеһе һәм мәғлүмәт сәйәсәте буйынса дәүләт кәңәшсеһе вазифалары бөтөрөлә. Бынан тыш, башҡортостан президенты хакимиәте структураһында башҡа үҙгарештәр ҙә бар. Улар хеҙмәткәрҙәрҙең элекке һанын үҙгәртмәйенсә башҡарыла.
XS
SM
MD
LG