Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 23:19

Башҡортостанда «Иң яҡшы шәжәрә төҙөүсөһе» исеме аталасаҡ


Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ошо турала айырым конкурс үткәреүе тураһында иғлан итте.

Ярыштың тәүге өлөшө утыҙынсы сентябргә тиклем барасаҡ. Был осорҙа үҙ шәжәрәһен төҙөүсөләр ғаризалар менән урындағы комиссияға мөрәжәғәт итергә тейеш.

Конкурстың икенсе өлөшө октябрь – ноябрҙә була. Еңеүселәр иһә декабрҙә бүләкләнә. Ярыш «Башҡортостан халыҡтары» программаһы сиктәрендә була. Төп маҡсат – йәштәрҙе тарих менә таныштырыу, фольклор йолаларын тергеҙеү.

XS
SM
MD
LG