Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 08:59

Наркомандар хәрби хеҙмәттән ҡотолдо


Республиканың хәрби комиссариаты ҡораллы көстәр сафына яҙғы саҡырылышҡа йомғаҡ яһаны.

Уның һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостандан 10 мең 900 егет хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Ҡораллы көстәр сафына оҙатылыусыларҙың күпселек өлөшө ҡоро ер ғәсҡәрҙәренә алынған.

Хәрби комиссариаттың бүлек етәксеһе вазизифаһын башҡарыусы Гурий Поляков билдәләүенсә, республика оборона министрлығы һәм генераль штаб ҡуйған бурыстарҙы теүәл 43 меңгә яҡын йәш кеше табип тикшереүе үткән. 13 меңе хеҙмәткә тулыһынса, 17 меңдән ашыуы айырым сикләүҙәр менән Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәткә яраҡлы тип табылған.

Хәрби-табип комиссиялары наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыусы 30 йәш кешене асыҡланған, 400-гә яҡын егет сәләмәтлеге сәбәпле Ҡораллы көстәргә алынмаған. Хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың күбеһе мосолман егеттәре. Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариаты көҙгө саҡырылышҡа егеттәр туплауҙы ойоштора башланы. Буласаҡ һалдаттар водитель, электромонтер һөнәренә уҡытыла.

Егеттәр Баймаҡтағы 105 се һөнәрселек училищеһының кадет төркөмөндә белем ала. Унда Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан да килеп уҡыйҙар. Был төркөм ике йыл дауамында эшләй, ти уҡыу йортоноң директор вазифаһын башҡарыусы Рауил Ғәйетбаев.

XS
SM
MD
LG