Accessibility links

Кайнар хәбәр

Архангел районында үҙенсәлекле умарталыҡ барлыҡҡа килде


Бында инә ҡорттар үҫтерелеп донъяның төрлө илдәренә һатыла башланы.

Белгестәр әйтеүенсә, башҡорт тоҡомло бал ҡорттары Азия һәм Кавказ тоҡомлоларҙан сыҙамлылығы, эшсәнлеге менән айырыла. Бер генә миҫал, йүкә сәскә атҡан осорҙа башҡорт ҡорттары тәүлегенә 15 кг бал йыя, Кавказ тоҡомлолар ни бары 7 килограмм ғына.

Ошо һәм башҡа сифаттарҙы умартасылыҡ һәм апетирапия ғилми тикшеренеү үҙәге белгестәре ентекле тикшереп, башҡорт ҡорттарының тоҡомон яҡшыртыу өҫтөндә, бигерәктә инә ҡорттарҙы үрсетеү йәһәтенән ентекле эш алып бара. үҙәк етәксеһе Әмир Ишемғолов.

Төрлө илдәрҙән ғалимдар күс үрсетеү буйынса төрлө технологиялар тәҡдим итә. Башҡортостан ғалимдары инә ҡорттарҙы үрсетеүҙең француз ысулын ҡуллана. Был ысул ябайлығы һәм уңайлылығы менән күпкә отошло, ти ғалимдар.

Умартасылыҡ һәм апетирапия ғилми тикшеренеү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Руслан Ҡантимеров. Француз технологияһы үҙен тулыһынса аҡлай. Был ысулды ябай умартасылар ҙа үҙләштерһә, Башҡортостанда умартасылыҡ тағы юғары кимәлгә күтәрелер ине, ти умартасылыҡ һәм апетирапия ғилми тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов.

Умартасылыҡ һәм апетирапия ғилми тикшеренеү үҙәгенең республиканың тағы ла биш районында умарталыҡтары бар. Әлегә тик Архангель районында урынлашҡан умарталыҡта ғына башҡорт тоҡомло инә бал ҡорттары үрсетелә. Киләсәктә был эш башҡа умарталыҡтарҙа ойоштороласаҡ. Сөнки инә ҡорттарға донъяла ихтияж бик ҙур.
XS
SM
MD
LG