Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 23:14

Республика президенты ауылдаштары менән осрашты


Тәүәкән Мортаза рәхимовтың тыуған ауылы. Ул шулай уҡ Күгәрсен районының уңышлы һәм ҙур ширҡәттәренең береһе лә.

Бында заманса технологияларға ла, белгестәргә лә ҡытлыҡ юҡ. Ҡасандыр малдар һаны 180 башҡа етһә, хәҙер меңдән ашыу. Мортаза Рәхимов ауыл менән танышыуҙы хужалыҡтың һөт етештереү цехынан башланы. Ул тәүлегенә 10 мең тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.

Бында етештерелгән 11 төр тауарҙы күрше райондарға һәм өлкәләргә һаталар. Тәүәкәндә лә йылҡысылыҡты яйға һалырға ниәтләйҙәр. 200 башҡа иҫәпләнгән ферма төҙөлә башлаған. Хужалыҡта йәшелсә һаҡлау өсөн урын да төҙөлә.

Тәүәкән ауылында Мортаза Ғөбәйҙулла улы фельдшер пункты, балалар баҡсаһында эштәр барышы менән яҡындан танышты. Ауыл халҡы әйтеүенсә, бөгөн уларҙың ауылында йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар бар.

XS
SM
MD
LG