Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 07:26

Игорь Изместьев өҫтөнән енәйәт эшен ҡарау дауам итә


Мәскәү ҡала мәхкәмәһендә тыңлауҙар яңынан башланды.

Башҡортостандан элекке сенатор Игорь Изместьев менән бергә тағы 12 кеше бандитлыҡ, террор ғәмәлдәре ҡылыуҙа, күп һанлы үлтереүҙәрҙә ғәйепләнә. Шулай уҡ уларҙың Урал Рәхимов ғүмерен ҡыйырға маташыуҙарына ла шикләнәләр. Тик әлегә экс-сенатор үҙ ғәйебен танырға уйламай.

“Коммерсант” яҙыуынса, Изместьевтың адвокаттары суд тыңлауҙарының асыҡ тәртиптә үтеүен талап итә, әммә эште алып барыусылар уны ябыҡ режимда алып баралар.

Игорь Изместьев 5 йыл дауамында парламенттың юғары палатаһында Башҡортостандан вәкил булды.

XS
SM
MD
LG