Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 03:30

Эҙ йәшереүме, башҡа сәбәпме


Өфөләге Салауат Юлаев проспектында көслө янғын булды. Анда volkswagen дилер үҙәге янды. Ут кистән сыға.

“Ак Моторс” автосалоны Өфөлә ғауғалыларҙан иҫәпләнә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Алексей Тимофеев контроллегендә.

Күптән түгел йәмғиәттең бухгалтерияһы, һалымдар түләү барышы менән органдар ҙа ҡыҙыҡһынғайны. Тәфтиш органдары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Ак Моторс”тан машина алыу өсөн аҡса түләп тә һаман да уны ала алмаған бер йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Шуға күрә янғын ошо енәйәттәрҙе йәшереү өсөн үртәү булманымы икән тигән шиктәр ҙә бар.

Уфа-1 интернет сәхифәһендә ошо янғынға ҡарата ябай халыҡтан да комментарийҙар бар. Уларҙың байтағы тап ошо фаразға риза. Шулай уҡ кризис ваҡытында машиналар һатылмау сәбәпле, үртәү аша страховка алырға уйлауҙары ла бар тигән фекерҙәр мәғлүм. Янғын сәбәптәрен милиция тикшерә.

XS
SM
MD
LG