Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 09:18

Башҡорт балы Дубайҙа ла һатылыуы ихтимал


Белорусияның Минск һәм Гомель ҡалаларында ,,Баллы Спас-2009,, халыҡара фестивале башлана.

Үҙенсәлекле форум барышында татлы ризыҡ йәрминкәләре, умарта аҫырау, бал ҡорто үрсетеүгә арналған фекер алышыуҙар ҙа үтәсәк. Минскийға Башҡортостан умартасылары ла саҡырылған. Республика вәкилдәре был дәүләткә йөҙ килограммлыҡ мискәгә тултырылған бал алып барас.

Башҡорт балы менән БДБ дәүләттәрендә генә түгел, ә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә лә ҡыҙыҡһыналар. Тиҙҙән милли бренд булған башҡорт балын һатыу кибеттәре ойошторолыуы ихтимал.

Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәк етәксеһе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, фарсы ҡултығында урынлашҡан илдәр әле Башҡортостан етештереүселәре менән ошо турала һөйләшеүҙәр алып бара.

XS
SM
MD
LG