Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 19:21

Дарыуҙарға хаҡтар ни өсөн арта?


Ни өсөн Башҡортостанда дарыуҙарға хаҡтар Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән ҡыйбат?

Был мәсьәлә республика прокуратураһында дарыуханаларҙа дарыуҙарға хаҡтар мәсьәләһен тикшереү буйынса ведомствоара эшсе комиссия ултырышында тикшерелде. Комиссия хоҡуҡ һаҡлау органдары, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлауҙы күҙәтеү буйынса хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы вәкилдәре, республиканың эре дарыуханалар селтәрҙәре етәкселәренән тора.

Эшсе төркөм рәйесе, республика прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова тәүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары үткәргән тишереүҙәр һөҙөмтәләрен иғлан итте. Уның әйтеүенсә, июндә республикала йәшәйеш өсөн мөһим дарыуҙарға хаҡтар уртаса Рәсәй күрһәткесенән 5 процентҡа артҡан. Дарыуханаларҙа бер үк медицина препаратына хаҡтар ҙа төрлө.

Йәшәйеш өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерелгән арбидол мәҫәлән Башфармация селтәрендә 184 һум тора. Фармледта ошо уҡ дарыу 221 һумға, ә Валеро медицина үҙәгендә 281 һум менән һатыла. Ошо айҡанлы аптека селтәрҙәренә сауҙа өҫтәмәләрен хөкүмәт ҡарары менән рөхсәт ителгән сиктәрҙә билдәләргә һәм йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарға хаҡтарҙы төшөрөү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде. Башҡортсотан прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова киләсәктә дарыуханаларҙа хаҡтарҙы күҙәтеү буйынса тикшереүҙәр даими үткәрелеп торасағы тураһында белдерҙе.

XS
SM
MD
LG