Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 09:17

Башҡортостанда A(H1N1) киҙеүенең тәүге осрағы теркәлде


Стәрлетамаҡта йәшәүсе 16 йәшлек үҫмер Төркиәнең Даламан курортынан ял итеп ҡайтып килгәндә осҡоста үҙен насар тоя башлай.

Өфөгә килеп төшкәс тә халыҡара аэропорттан уны юғары температура менән башҡаланың 4-се дауаханаһына һалалар. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан Лира Фәрүәзова әйтеүенсә, үҫмер әле үҙен яҡшы тоя.

Ауырыу менән осҡоста бергә осҡан барлыҡ пассажирҙар ҙа тикшерелгән, грипп вирусы асыҡланмаған. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә әйтелеүенсә, сусҡа киҙеүендә шикләнеп әле дауаханала 5 кеше ята. Улар үҙҙәрен яҡшы тоя.

Анализдар тикшерелгәс, уларға диагноз ҡуйыласаҡ. Рәсәйҙең статистика хеҙмәте аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтар төшөүе тураһында белдерә. Башҡортостанда сусҡа итенә һорау ҡырҡа кәмегән. Һыйыр ите киреһенсә ҡыйбатланған.

XS
SM
MD
LG