Accessibility links

Кайнар хәбәр

Һунарсыларға яҡты көндәр


Һунар тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индерелде. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ҡарары менән быйылдан һунарсыларға кейектең айырым төрҙәре буйынса бушлай юллама таратыла.

Унда аулап алынған ҡырағай йәнлектәр, ҡоштар иҫәбе теркәлеп барырға тейеш. Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә уның һөҙөмтәләре буйынса киләһе миҙгелгә йәнлектәрҙе аулау лимиты төҙөлә. Был алым кейек- йәнлектәр иҫәбен бер-ни тиклем аныҡлау мөмкинлеге бирергә тейеш.

Һуңғы йылдарҙа хайуандарҙың айырым төрҙәренә һунарҙың тыйылыуы сәбәпле айырым төр кейектәр, шул иҫәптән йыртҡыстар ҙа күбәйҙе. Уларҙан халыҡ зыян күрә. мәҫәлән, ошо көндәрҙә Белорет район Ғәбдөк ауылында бүреләр 2 төн эсендә бернисә баш тана һәм һыйыр малдарын тамаҡланы. Улар ҡорбандарына ҡара урманда түгел, ә ауыл осондо ташланған.

Халыҡ араһында хәҙер яңы әйтемдәр барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе: баллы кеше - маллы кеше. Йәғни, умарта тотоу - иң отошло эш. Ошо төшөнсәне Иглин районында йәшәгән Фидай Абраров та быйыл умарталарынан 400 мең һум табыш алған. Уның 150 күсе бар. Умартасылыҡ Абраровтарҙа нәҫелдән килгән кәсеп. Әле 1873 сө йылда уҡ Фидай Әхмәт улының олатаһы өс йөҙләгән ҡорт ғаиләһен тотҡан. Был кәсеп быуындан быуынға күсеп килгән. Пенсияға сыҡҡас та Фидай Абраров умартасылыҡ кәрәк яраҡтарын һатыу өсөн сауҙа нөктәһе лә асып ебәрә. Унда кәрәк яраҡтарҙан тыш, прополис, бал да һатыла.

Бал ҡортон тәрбиәләүгә хәҙер барыһын да мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләү тураһында ла фекерҙәр бар. Умартасылыҡ һәм апитерапея буйынса Башҡортостан ғилми тикшеренеү институты уҡыу- уҡытыу барышына умартасылыҡ нигеҙҙәре тигән фән индерергә тәҡдим итә. Бындай тәжрибә әлегә Балтас һәм Бөрйән райондарында бар. Былтыр балалар хеҙмәт дәрестәрендә институт өсөн кәрәк - яраҡ етештереп 500 мең һумлыҡ табыш эшләгән. Умартасылыҡ һөнәрен үҙләштереүҙең ыңғай яҡтары күп тип билдәләй белгестәр. Юғары уҡыу йортона инә алмаған хәлдә лә умартасы үҙенә һәр ваҡыт кәсеп таба. Алда атап үтелгән Фидайҙар һәр быуында булырға тейеш бит.
XS
SM
MD
LG