Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт драма театры төп спектаклдәр исемлеген билдәләгән


Октябрҙә тамашасыларға бернисә премьера күрһәтеләсәк. Яңы миҙгелде театр Әхмәт Зәки Вәлиди тормошона арналған драма менән асырға ниәтләй.

Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса ҡоролған тамашаны сәхнәгә сығарыу ҡаралған. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙина әйтеүенсә, труппа халыҡара фестивалдәргә лә әҙерләнә. Театр ошо көндәрҙә Белорусияға юллана.

Өфө артистары “Панорама” халыҡара фестивленә саҡырыу алған. Ижади форумға театр үҙ репертуарындағы төп спектаклдәрҙең береһен алып бара.
XS
SM
MD
LG