Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 01:15

Башҡорт дәүләт университеты студенттары урман һағына баҫа


Бөрйән республикала урманға бай төбәктәрҙең береһе. Әммә урындағы халыҡ әйтеүенсә, урман тик юл буйҙарында ғына ҡалған. Эскәрәк инһәң түмгәктәр генә күрергә мөмкин. Оло йәштәгеләр әйтеүенсә, урман ҡырағайҙарса юҡ ителә, сит өлкәләргә арзан хаҡҡа һатыла.

Шуға ла Башҡорт дәүләт университетында Тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы ойошторолған. Был дружина тап Бөрйән районында үҙ йыйынын үткәрергә ҡарар иткән.

Йыйын Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәләрендә, Һарғай ауылында үтә. Ҡурсаулыҡ директоры Вәсилә Яныбаева әйтеүенсә, университетта тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы 30 йыл элек ойошторолған, әммә һуңғы ваҡытта был эш һүнеп ҡалған. Слеттың маҡсаты - ошо яҡшы башланғысты йәнә тергеҙеү-урмандарҙы ҡанунһыҙ ҡырҡыусыларҙы асыҡлау.

XS
SM
MD
LG