Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 05:23

Башҡортостанда мосолмандарға үҙ яртыһын табыуҙа реаль ярҙам. Диниә нәзараты ҡарамағында яусылыҡ агентлығы асылды.

Бында мосолман егеттәре һәм ҡыҙҙары динде хөрмәт иткән, ғаилә ҡорорға теләүселәр менән танышып, яҙмыштарын бәйләй ала. Әленән агентлыҡҡа 200 самаһы кеше мөрәжәғәт иткән.

Мосоламанса яусылау үҙәген Диниә Назаратының йәштәр бүлеге ойошторған. Мосолман агентлығына мөрәжәғәт итеүселәр 10 һорауҙан торған анкета тултыра. Уны ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡайһы бер кешеләр саманан тыш тыйнаҡ булыуҙары арҡаһында үҙ парҙараны таба алмай.

Агентлыҡта бер үк дини тәрбиә алған кешеләрҙе осраштырыу һәм таныштырыу маҡсат итеп ҡуйыла. Рәсәйҙә бындай ойошмалар башҡа ҡалаларҙа күптән эшләй, Башҡортостан һуңлап булһа ла асыуға өлгәште.

XS
SM
MD
LG