Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 23:37

Мостай Кәрим театрыла йәш белгестәр килде


Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының ике труппаһында ла йәш белгестәр артты. Театрға 11 актер эшкә килде. Уларҙың барыһы ла Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының сығарылыш курсы студенттары. Йәштәр милли театр өсөн махсус курс тамамланы.

Быйылғы миҙгел театр өсөн юбилейлы. Республикала йәштәр театрына нигеҙ һалыуға 20 йыл тулды. Коллектив Мостай Кәримдең 90 йыллыҡ юбилейына фестиваль әҙерләй. Унда республика театрҙарын да саҡырыу күҙаллана.

Сентябрҙа театрҙың башҡорт труппаһы көньяҡ райондарға гастролдәргә юллана, ә рус труппаһы Омскийға Рәсәй йәштәр театры фестивалендә ҡатнашырға ниәтләй.

XS
SM
MD
LG