Accessibility links

Кайнар хәбәр

Италияның йәштәр менән эшләү белгестәре Өфөгә килде


Ҡунаҡтар башҡаланың төрлө обьекттары, йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәктәре тураһында тулы мәғлүмәттәр алырға ниәтләй. Улар йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында ике яҡлы һөйләшеүҙәр уҙғарасаҡ.

Йәштәр эштәре буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә Рәсәй һәм Италия хөкүмәттәре бынан ике йыл элек ҡул ҡуйғайны. Документта йәштәр менән алышыу тураһында айырым билдәләнгән. Проектҡа ярашлы, Рим делегацияһын быйыл Башҡортостан ҡабул итә.
XS
SM
MD
LG