Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 03:12

Өфөлә пенсионерҙар баш күтәрә


Бөгөн иртәнсәк башҡаланың төп урамы - Октябрь проспектын бер мең самаһы пенсионер ҡаплап алды. Улар машиналарҙы үткәрмәй торҙо. Пенсионерҙар юл йөрөү өсөн льготаларҙы кире ҡайтарыуҙы талап итә. Пикет ваҡытында проспектта ҙур тығын хасил булды, күптәр эшкә һуңланы.

1 сентябрҙән ҡала яны автобустарында йөрөүҙә ташламалар бөтөрөлә, республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Социаль юл йөрөү билеттары ла шаулатып башланған булһа, шым ғына бөтөрөлдө.

Башҡортосанда 300 мең самаһы кеше юл йөрөүҙә ташламаларһыҙ ҡала. Ҡаршылыҡ акцияһына сығыусылар үҙ хоҡуҡтарын аҙағына тиклем яҡлаясаҡтарын белдерә.

XS
SM
MD
LG