Accessibility links

Кайнар хәбәр

Белорет һәм Бөрөдә урындағы шураларға һайлауҙар үтә


Бынан тыш 30-ға яҡын муниципаль районда депутаттар өсөн тауыш бирәсәктәр. Һайлау 4 октябргә тәғәйенләнгән. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәтәренән күренеүенсә, йәмғеһе 134 депутат һайланасаҡ. Әле ошо мандаттарға дәғүәләшеү өсөн 300 кандидат теркәлгән.

Уларҙың яртыһы самаһы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән, Коммунмистар менән либерал- демократтар ҙа үҙ кандидатураларын сығарған. Башҡа кандидаттар үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр.
XS
SM
MD
LG