Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 19:14

1 сентябрь - Белем көнө


Республикала ғәҙәттәгесә 1 сентябрға быйыл да төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән 40-лап мәктәп үҙ ишектәрен асты.

Өфөлә 141-се мәктәптә үҙенсәлекле уҡыу бүлмәһе һынау үтә. Белем усағында мобиль компьютер синыфы ла асылды. Бындай йыһаздар Башҡортостан өсөн тәүге тәжрибә. Заманса машиналар ярҙамында уҡыу барышын тулыһынса күҙәтеүгә алырға мөмкин. Был проект уңышлы тормошҡа ашырылһа, артабан бындай йыһаздарҙы башҡа мәктәптәргә ҡуйыу ҡарала.

Белем көнө уңайынан республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы көсәйтелгән эш режимына күсте. Уҡыу йылының тәүге көндәрендә, статистика күрһәтеүенсә, балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләре арта.

Ун көн дауамында инспекторҙар урамдарҙа ғына түгел, мәктәптәр эргәһендә лә дежур ойошторасаҡ. Балаларға юл бирмәгән водителдәргә штраф һалынасаҡ.

XS
SM
MD
LG