Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 11:56

Башҡортостанда турист индустрияһы берлеге төҙөлә


Ойошма төбәктең туристик ҡеүәтен үҫтереү, был йүнәлеш буйынса яңы проекттар әҙерләү, туристарҙы күпләп йәлеп итеү кеүек бурыстар менән шөғөлләнәсәк.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте күптән түгел “Башҡортостандың иң матур йөҙ урыны” исемле китап сығарған. Сит төбәктәрҙән килгән туристар өсөн тәғәйенләнгән китап навигатор рәүешендә төҙөлгән. Башҡортостандың бай тарихи - мәҙәни мираҫы ла туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ҙур роль уйнай.

Шуға ҡармаҫтан эко һәм этнотуриз әле юҡ кимәлдә. Уны ойоштороу урындағы халыҡ әүҙемлегенә бәйле. Этнотуризмдың киләсәге ҙур, тиҙәр Әбйәлилдең Амангилде һәм Бөрйәндең Ҡолғона ауылы халҡы. Был ике ауыл берләшеп туризмды үҫтереү буйынса күләмле проек төҙөй башлаған. Тиҙҙән улар тотош ауылды музейға әйләндерергә иҫәп тота.

Туристар бай тарихлы ауылдар йәшәйеше менән әленән үк ҡыҙыҡһына башлаған, ти “Тамьян” этно-мәҙәни берекмәһе рәйесе Рауил Яҡупов. Бөрйән районында әле бер генә туроператор. 49 йылға ҡурсаулыҡ ерҙәрен ҡуртымға алып туристарға һыбай йөрөү, йылға буйлап ағыу маршруттары тәҡдим итә. Әммә был ғына етмәй, күрһәтелгән хеҙмәттәр район бюджетын тулыландырырлыҡ та аҡса килтермәй. Ул ғына ла түгел, нисек етте шулай ял итергә күнеккән ҡырағай туристар экологияға ҙур зыян килтерә, ти “Каповатур” йәмғиәте етәксеһе Урал Хәлиуллин.

Ҡырағай туристарҙан ҡалған сүп-сарҙы таҙартыу өсөн даими өмәләр ойошторола. Урындағы халыҡ әлбиттә, ҡайҙандыр Мәскәүҙән, Питерҙан килгән туристарҙың артынан йыйыштырып йөрөргә риза түгел. Туризм министрлығында эшкә йәштәрҙе йәлеп итергә ниәтләйҙәр. Хозур тәбиғәтле Башҡортостанда хөкүмәт премьер- министры әйтеүенсә, туризм иҡтисадтың мөһим тармағына әйләнергә тейеш. Әммә әлеге күрһәткестәр менән был хаҡта уйлау иртәрәк.

Туризмдан бюджетҡа килем юҡ, ти Раил Сарбаев. Әле республика халҡы Төркиә, Мысыр һәм башҡа илдәргә ял итергә барып 12 миллиард һум аҡсаны ситкә сығара. Башҡортостанда иһә туризмдан алынған килем ике миллиард һумдан да артмай.

Тармаҡтты үҫтереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылырға тейеш. Әгәр операторҙар үҙ эшен еренә еткереп үтәмәй, ҡырағай туризмға юл ҡуя икән ,был урындарҙа ял итеүҙе бөтөнләй тыясаҡбыҙ, тине премьер-министр. Башҡортостандың туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҙур.

Туристарҙың мәккәһе һаналған Шүлгәнташ мәмерйәһен генә алайыҡ. Йылына бында 35 меңдән ашыу кеше килә. Мәмерйәгә бер тапҡыр кереп сығыу 170 һум. Был йылына 5 милион һумдан ашыу аҡса тигән һүҙ.

XS
SM
MD
LG