Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 17:43

Башҡортостанда поездарҙы дөмбәҫләү осраҡтары йышая


Үтеп барған пассажирҙар поезына таш елләү хәҙер ваҡ хулиганлыҡтан үҫмерҙәрҙең яратҡан шаярыуына әйләнә бара. Вагонда барғандарға таш тейеп уларҙың яраланыуы, үлеүен улар уйлап ҡарамай.

Яңыраҡ Әстрахан- Нижневартов, Ырымбур-Өфө, Адлер-Силәбе поездарын таш менән бәргесләгәндәр, байтаҡ тәҙрәләрен ватҡандар. Иглин районы биләмәләрендә хатта тимер юл светофорҙарын да ватып киткәнәдәр, юлға машина тәгәрмәсе һалғандар. Барлыҡ осраҡтарҙан бары 8 йәшлек малай ғына ошо эштәрҙә тотолған.

XS
SM
MD
LG