Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда бүреләр һәм төлкөләргә ҡыҙыу һунар башлана


Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы 150 бүре һәм 2 меңдән ашыу төлкөнө атырға фарман бирҙе. Белгестәр әйтеүенсә, урман януарҙары һанын кәметеү ҡотороу сирен таратмау өсөн мәжбүри алым.

Һуңғы осорҙа ҡоторған бүреләр тарафынан халыҡтың малдарына ғына түгел, кешеләргә лә һөжүм осраҡтары йышайҙы. Аулауға һунарсылыҡ билеты булған һәр кем сыға ала. Бүре өсөн бер мең ярым, төлкөгә 200 һум вәғәҙәләйҙәр.

Быға тиклем йыртҡыс-кейектәрҙе күпләп атыу 1983 йылда булған. Ул саҡта республикала 900-гә яҡын бүре тиреһе тапшырғандар.
XS
SM
MD
LG