Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 21:26

Рәсәйҙәге урыҫтар милләттәре бөтөүҙән ҡурҡа


Коммунистар фирҡәһенең рәсми сәхифәһендә «Орлов коммунистарының урыҫ мәҙәниәтен яҡлайыҡ» тип аталған ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Улар Рәсәй дәүләт пспортында милләт графаһы бөтөрөлөүгә ҡаршы сығып, уны, йәғни милләт графаһын ҡайтанан тергеҙергә кәрәк тип иҫәпләй.

Авторҙар яҙыуынса, дәүләт ҡарамағындағы ла, оппозицияла булған матбуғатта ла ошо мәсьәлә күтәрелмәй, ә урыҫтар һаны етди кәмеүгә бара. Былай булһа, урыҫтар бөтәсәк, ти улар. Был йәһәттән Орлов коммунистары Башҡортостанды үрнәккә ҡуя.

«Уларҙың нишләп беҙ, урыҫтар паспорттарҙан милләт графаһын алыуға еңел ҡарағаныбыҙға иҫтәре китә», тип яҙа КПРФ.РУ сайты.

XS
SM
MD
LG