Accessibility links

Башҡорт балы сит ил баҙарҙарын яулауын дауам итә


Өфөлә бөгөн республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми тикшеренеү үҙәге һәм Кувейттың “Анхар-Әль Асал” компанияһы араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөлдө.

Компания вәкиле Уалид Альсомайт ике арала хеҙмәттәшлек артабан нығыныр тигән ышаныс белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙең башҡорт балы менән ҡыҙыҡһыныуы артыуы күҙәтелә.

Уҙған йыл республика экспортҡа 32 тонна татлы ризыҡ сығарһа, 2009 йылдың тәүге 8 айында күләмдәр ике тапҡырға артҡан. Америка Ҡушма Штаттары, Япония, Европа илдәре, Монголия был өлкәлә республиканың даими партнерҙары һанала. Хәҙер был исемлеккә Кувейт та ҡушылды. Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми тикшеренеү үҙәге менән был Ғәрәп иленең “Анхар-Әль Асал” компанияһы араһында төҙөлгән документ 5 йылға иҫәпләнгән.

Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан Кувейтҡа 1 мең тонна бал һатасаҡ. Килешеү хаҡы 10 миллион доллар. Балдан тыш төрлө ҡортсолоҡ продукцияһы ла экспортҡа сығарыласаҡ, тине умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов.
XS
SM
MD
LG