Accessibility links

Кайнар хәбәр

Төймә урлаған да, дөйә урлаған да бур


Һағыҙ урлаған өсөн дә хөкөм бар икән баҡтиһәң.

Өфөлә 26 йәшлек егет кибеттә һатыусының күрмәй ҡалыуынан файҙаланып һағыҙ сәлдерә. Юҡ бит үҙенә етерлек бер-ике ҡап менән генә мөрхәтһенмәй-булғас булһын тигәндәй 177 ҡапҡа айыу майы һөртә. Әммә артҡы ишек аша кибеттән сығып һыҙа алмай. Һөҙөмтәлә таҙа һулыш һәм кариесһыҙ сәләмәт тештәр яратҡан егет мәхкәмә алдына баҫасаҡ.

Белорет ҡалаһында иһә бер кеше урамда ҙур ғына сумма аҡса табып ала. Ҡумталағы аҡсаны иҫәпләһә - бер мең һумлыҡ 50 ҡағыҙ аҡса була. Ул йәһәт кенә банкка барып уны үҙ иҫәбенән һалып ҡуйырға уйлай, тик барыһы ла табыш табыусы уйлағанса килеп сыҡмай.

Баҡтиһәң 50 мең һум аҡса булған пакетты милициянан ҡасҡанда сиғандар ташлап киткән була. Улар Ырымбурҙан килтереп ялған аҡса алмаштырыу менән кәсеп иткән. Кибет кассиры хәлде аңлап милицияғва хәбәр иткәс пакеттарын урамға ташлап ҡасалар. Белорет кешеһе ошо аҡсаны табып банктағы иҫәбенә һалмаҡсы була.
XS
SM
MD
LG