Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 13:24

Башҡорттар Бородинода булды


Мәскәү эргәһендәге Можайск ҡалаһынан алыҫ түгел Бородино яланында Ватан һуғышының сираттағы йыллығы уңайынан хәрбиләштерелгән тамаша үтте.

Сарала Өфөнән Төнъяҡ Амурҙары хәрби-патриотик клубы вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар француздар менән һуғышҡан башҡорт атлылары кейемендә сығыш яһаны.

Төнъяҡ амурҙары клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов әйтеүенсә, Бородино тирәһндә ошо алышта ҡатнашҡан башҡорт полкы яугирҙарына һәйкәл дә асыласаҡ. Әлегә уның урыны билдәләнгән, стелланың ҡасан асылыры әлегә билдәле түгел.

Ватан һуғышында Рәсәй армияһы составында Башҡорттарҙың 28 полкы ҡатнаша. Быйыл Өфө ҡалаһында ла француз яуында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыласаҡ тигән һүҙҙәр сыҡҡайны, әммә ул бары имеш-мимеш булды ахыры, туҡтап ҡалды.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG