Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 15:35

Башҡортостанда «Милли тикшереү университеты» булырга мөмкин


Махсус грант өсөн Башҡорт дәүләт һәм Авиация-техник университеттары дәғүә итә.

Конкурста илдең бөтә төбәктәренән 136 ғариза ҡабул ителгән. Баһалама ағзалары бөгөнгә йөҙҙән ашыу уҡыу йортоноң мөмкинлектәрен ҡарай. Һәр документҡа айырым билдә ҡуйылып, сентябрь аҙағында иң яҡшы утыҙ университет иғлан ителәсәк.

Милли тикшереү университеттары исемен алған юғары уҡыу йорттары махсус программа буйынса финанслана. Был маҡсатта уларға миллиард һигеҙ йөҙ миллион һум күләмендәге дотация ҡарала. Грант алған осраҡта Башҡорт Дәүләт Университеты наннотехнологияларға ҡоролған эшмәкәрлекте яйға һалырға ниәтләй.

XS
SM
MD
LG