Accessibility links

Кайнар хәбәр

Кадрҙар барыһын да хәл итә


«Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа кадрҙар потенциалы хаҡында тик көслө төбәктәр генә хәстәрләй ала», тиде хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев донъяның алдынғы уҡыу йорттарында белем аласаҡ республика йәштәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Грант алыусыларҙың барыһы ла башҡорттар булһа ла һөйләшеү рус телендә барҙы. Республика өсөн кәрәкле белгестәрҙе доньяның алдынғы уҡыу һәм фән үҙәктәрендә әҙерләү эшенә Башҡортостан Президентының 2008 йылдың февралендә донья күргән Указы менән нигеҙ һалына. Уның сиктәрендә республиканың маҡсатлы программаһы төҙөлә.

Документ 2012 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә республика сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында ауыл хужалығы, административ идаралыҡ, мәғарифтә инновацион технологиялар, менеджмент, халыҡара хоҡуҡ һәм иҡтисад, архитектура һәм төҙөлөш, мәғлүмәт технологиялары, социаль яҡлау һәм фонд биржаһы йүнәлештәрендә йөҙәрләгән белгесте уҡытып сығарырға иҫәп тота.

Хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаевтың Бөйөк Британия, Германия, Америка ҡушма Штаттарының уҡыу йорттарына юлланасаҡ йәштәр менән осрашыуында билдәләүенсә, республиканың заманса ҡарашлы белемле белгестәргә ихтыяжы ҙур. Шунлыҡтан уларҙы әҙерләү эшенә дәүләт кимәлендә иғтибар бирелә. Быйылға республика бюджетынан был маҡсатҡа 30 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Сит илдә белем алырға теләүселәргә һайлап алыу комиссияһы етди талаптар ҡуя. Кандидаттарға белем кимәле менән бер рәттән инглиз теле буйынса имтихан тапшырырға, психологик тест үтәргә лә тура килә. 92 дәғүәсенең тик һәр дүртенсеһе генә һөҙөмтәлә уны уңышлы үтә ала. Гөлли Зарипова һайлап алыуҙы уңышлы үтеп, сит илдә белемен камиллаштырыу хоҡуғын алыусы 24 йәш белгестең береһе.

Башҡорт Дәүләт университетының хоҡуҡ институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаусы Өфө ҡыҙы Бөйөк Британияның Борнмут университетында менеджмент серҙәрен өйрәнәсәк. Осрашыуҙа грант алыусы йәштәр Хөкүмәт Премьер-министры менән яҡындан аралаша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирә алды.

Раил Сарбаев уларҙың һәр береһен бер-нисә йылдан республикала күрергә теләүен әйтте. Сит илдәрҙә уҡыу хоҡуғына эйә булыусы 24 белгес республиканың кадрҙар әҙерләү өлкәһендәге ҙур эшенең башы ғына. 2012-се йылға тиклем тағы ла йөҙәрләгән өмөтлө йәш белгес доньяның иң алдынғы уҡыу үҙәктәренә юл аласаҡ.
XS
SM
MD
LG