Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 05:05

Өфөлә халыҡҡа ҡарғы социаль сәйәсәткә ҡаршы пикет үтте


Уны берләшкән оппозицияның әүҙем ағзаларының береһе Мәзит Хужин ойошторҙо.

Хужин әфәнде 11 сентябрь ошо турала ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевҡа мөрәжәғәт иткән. Рәсми хакимиәт был мөрәжәғәтте ҡәнәғәтләндергән. Пикетҡа етмешләп кеше килгәйне. Нигеҙҙә, ҡарт-ҡоро ҡатнашҡан пикета ҡатнашыусылар Өфөлә торлаҡ сәйәсәте өлкәһендә ватандаштарҙың конституцион хоҡуҡтары боҙолоу хаҡында белдерҙе.

Пикета ҡатнашыусылар Өфө ҡала хакимиәтенә һәм республика хөкүмәтенә мөрәжәғәт ҡабул итте.

"Беҙҙең быға тиклемге талаптарҙы беркемдә ишетмәне. Шуға ла беҙ тағы ла бер тапҡыр халыҡҡа ҡаршы сәйәсәтте туҡтатыуҙы талап итәбеҙ", тиелә унда. Пикета ҡатнашыусылар бертуҡтауһыҙ хаҡтар артыуҙы геноцид тип баһаланы.

Алдан уйланылмаған, хәл ителмәгән һәм урынһыҙ ҡабул ителгән ҡарарҙар халыҡ йәшәйеше сифатында кире сағылыш табыуы ихтимал. Был Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаевтың ошондай пикеттарға ҡарата реакцияһы. Был хаҡта ул башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенә арналған ултырышта белдерҙе.

Миҫал итеп, хөкүмәт башлығы пенсионерҙар ҡатнашлығында Өфөлә уҙған митингты килтерә. Баҡса миҙгеле осоронда йәмәғәт транспортына ташламаларҙы бөтөрөү тураһында һүҙ сыҡҡас оло йәштәге граждандар баш ҡаланың Октябрь проспектына сыҡҡайны.

Раил Сәлих улы билдәләүенсә, бындай осраҡтарҙа ике яҡ өсөн дә отошло юл һайларға кәрәк. Унда кешеләр ҙә, иҡтисад та зыян күрергә тейеш түгел. Пенсионерҙар өсөн ҡала яны транспортына ташламалар нигеҙе булып миҙгел үҙенсәлектәре, льготалар күләме тора.

XS
SM
MD
LG