Accessibility links

җомга, 2 декабрь 2016, Казан вакыты 23:08

Башҡортостанда алдан тауыш биреү кампанияһы башлана


Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында 4 октябрҙә һайлау участкаларына килә алмаусылар гражданлыҡ бурысын 18 сентябрҙән алып 29-ҙына тиклем территориаль һайлау комиссияларында, ә 30 сентябрҙән алып 3 октябргә тиклем участка һайлау комисссияларында атҡара ала.

Берҙәм һайлау көнө 11 октябргә билдәләнгән. Был көн байрам - Республика көнө менән тап килеү сәбәпле Башҡортостанда һайлауҙар бер аҙнаға алданыраҡ, йәғни 4 октябрҙә үтә. Дөйөм алғанда һайлауҙар Бөрө, белорет ҡалаларында, 31 районда уҙғарыла. 134 депутат мандатына 312 кандидат дәғүә итә.

Уларҙың яртыһы самаһы Берҙәм Рәсәй фирҡәһенән, Коммунмистар менән либерал-демократтар ҙа үҙ кандидатураларын сығарған. Башҡа кандидаттар үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр.

XS
SM
MD
LG