Accessibility links

Кайнар хәбәр

Натром цистернаһында ике кеше һәләк булды


Стәрлетамаҡтағы “Каустик” йәмғиәтендәге фажиғәлә ике кеше һәләк булған. Цистерна таҙартҡан ваҡытта ике эшсе химик ҡатнашмалар тейәлгән һауытҡа ҡолап төшә. Уларҙың береһенә 40 йәш. Икенсе белгес 1975-се йылда тыуған.

Ҡазаға тарыусыларға ярҙам күрһәткән ваҡытта тағы ла бер кеше зыян күрә. Завод эшсеһенең тәне бешә. Әлеге ваҡытта ул Стәрлетамаҡтағы дауаханаларҙың береһендә ята. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн махсус комиссия ла булдырылған. Завод хеҙмәткәрҙәре натром тултырылған цистерна таҙартҡаны билдәле.
XS
SM
MD
LG